Германиянан еңеү менән!

06.05.2020

Всероссийский героико-патриотический фестиваль детского и юношеского творчества “ Звезда спасения”

Тематика: “ 75 – летие Победы в Великой Отечественной войне”

“Конкурс литературного творчества”

Вид  творческой работы: Публицистический очерк

Автор: Кутушева Зульхиза Рауфовна

Ученица 7 класса МОБУ СОШ д.Верхний Муйнак

Зианчуринский район Республика Башкортостан

 

             Бөйөк Ватан һуғышы  ҡаһарманы,  ауылдашым,  мөләйем йөҙлө , һынсыл ҡарашлы егет – Бәхтийәр Ғәбделәхәт  улы, башҡорт халҡына хас булған  барлыҡ яҡшы  сифаттарҙы үҙенә туплаған: тәүәккәл,ҡыйыу, өҫтәүенә  1945 йылда Берлинға тиклем  барып еткән  һәм баҫып алынған ҡалала мәрхәмәтлек күрһәткән.Эйе,тап тәүәккәл, мәрхәмәтле, изге күңелле булыуы уның ике ғаиләне һәләкәттән һаҡлап алып ҡалыуға, ә инде тыныс тормошта ике гүзәл затты бәхетле әсә, һөйөклө ҡатын бәхетен татырға булышлыҡ иткән.Мәҫәлән,ябай башҡорт ҡыҙы Мәрйәм, уның  ҡатыны, 7 бала әсәһе ҡыуанысына эйә булһа, алыҫ Германия ерендә йәшәгән  немец ҡыҙы Дора Насс  (ҡыҙ фамилияһы Петтин) бөгөнгө тыныс тормошоноң һәр бер көнөнә ҡыуанып , үҙен ҡотҡарыусыға ғүмер буйы  рәхмәтле булып йәшәй.Хәйер , был тулҡынландырғыс тарихи ваҡиғаларҙы  баштан  бәйән итәйем әле.

           1924 йыл . Мәрзиә һәм Ғәбделәхәт Әбделғужиндар ғаиләһендә көтөп алынған бер сабый донъяға килә.Уға ата- әсә  саф башҡортса итеп Бәхтийәр тигән исемде ҡуша. Малайҙың, шул осорҙағы тиңдәштәре кеүек, бала сағы, үҫмер , йәшлек йылдары колхоз эшендә үтә.Әммә 1941 йылдың 22 июнендә башланып киткән һуғыш  уның киләсәге тураһындағы барлыҡ изге хыялдарын, тәүге һөйөү кеүек саф хистәрен селпәрәмә итә.Шулай ҙа , тәүәккәл егеттең һөйгән ҡыҙы Мәрйәмде ФЗО –ға оҙатҡан еренән,Йылайыр ауылынан алып ҡайтып, уға өйләнеүе ( сөнки кейәүҙәге ҡыҙҙарҙы ФЗО – ға алмайҙар)- тыуасаҡ  балаларының бәхетенә булғандыр.Ләкин яңы ғына ҡауышҡан Бәхтийәр  һәм Мәрзиә Әбделғужиндарҙың йәш ғаиләһенә бәхетле мәлдәрҙе оҙаҡ кисерергә насип булмай,1942 йылдың башында 18 йәше тулған йәш егеткә фронтҡа саҡырыу ҡағыҙы килеп төшә...Ә һуғыш йылдарында гвардия рядовойы  Бәхтийәр Әбделғужин 75-се хәрәкәттәге танк ремонтлау  базаһында слесарь монтажник  вазифаһында хеҙмәт иткән. Геройыбыҙ Берлинғаса барып еткән, күрһәткән  батырлыҡтары “ Хәрби хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн”,” Варшаваны азат иткән өсөн”,” Берлинды алған өсөн” һәм “ 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы  йылдарында Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән баһаланған.

           ...1945 йыл.Берлин.Фрау Дора...Ошо өс һүҙ башҡорт егетенең миһырбанлы булыуын, хатта дошман  һаналған халыҡҡа ҡарата ла изгелек күрһәтеп, тарихта эҙ ҡалдырған.Хочу такой сайт

          Еңелеп барған фашист ҡалдыҡтары башҡалаһы Берлинды бирмәҫ өсөн теше- тырнағы менән союздаштар армияһына ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтә.Совет һалдаттары һәм танкылары Берлин ҡалаһының  көнсығышынан  бәреп инеп , немецтарҙың аяуһыҙ ҡаршылыҡ күрһәтеүҙәренә ҡарамаҫтан, һәр урам, һәр йорт өсөн һуғыша...

            Хәҙер инде олоғайған  фрау Дораның яңырыу кисергән  немец Германияһы телевидениеһының  Берлинды азат иткән совет һалдаттары тураһындағы фильмы өсөн  биргән интервьюһына иғтибар итәйек.” 1945 йылдың  май айында беҙҙең ғаилә йәшәү өсөн урын эҙләп, емерек йорттар араһында бер урындан икенсе  урынға күсенеп йөрөй торғас, яртылаш емерелгән бер йортҡа килеп, уның бер бүлмәһенә урынлашты. Бер көндө урамдағы  сиҙәмдә ултырғаныбыҙҙа, арбала ултырып  ҡалаға инеп барған һалдаттарҙы күрҙек.Шик юҡ, был – совет һалдаттары, тип уйланым һәм минең күңелде ҡурҡыу биләп алды.Ылау яныбыҙға  еткәс,бер совет һалдаты арбанан һикереп төштө лә саф немец телендә беҙгә һүҙ ҡушты.Нисек кенә сәйер яңғырамаһын,нәҡ ошо көндән беҙҙең  ғаиләбеҙ өсөн тыныс тормош башланды.

           Совет һалдаты яныбыҙҙа оҙаҡ ултырҙы.Беҙ оҙаҡ һөйләштек : ул үҙенең ғаиләһе , ә мин уға үҙебеҙ хаҡында һөйләнем.Икебеҙ ҙә һуғыш бөткәнгә бик шат инек.Ул ваҡытта ҡурҡыу ҙа, нәфрәт тә юҡ ине минең был урыҫ  һалдаты янында. Мин уға автограф менән  үҙ фотомды, ә ул миңә үҙенекен бүләк итте.Фотографияһында  уның ялан почтаһы ла яҙылғайны. Ул өс көн  беҙҙең ғаиләлә йәшәне һәм йортобоҙға “ Бында танкистар  йәшәй”, тигән бәләкәй генә белдереү элеп ҡуйҙы.Немец халҡы өсөн ауыр шул мәлдәрҙә тап эскерһеҙ был совет һалдатының ошо ҡылған изгелеге арҡаһында  беҙҙең ғаиләбеҙҙең ғүмере һаҡланып  ҡалды ла.Сөнки ошо мәлдән алып беҙҙе берәү ҙә борсоманы. Ә бит беҙ совет һалдаттарының немец  ҡатын- ҡыҙҙарына ҡарата күрһәткән башҡа фәхшилектәрен бер беребеҙҙән ишетеп белә инек. Шуға ла ул ваҡыттағы совет һалдаты менән булған осрашыуҙы мин мөғжизә тип һанайым”.

          Ғөмүмән,  һуғыштан һуңғы йылдарҙа Дора ғүмере буйы изгелек күрһәткән  совет  һалдатын хәтерендә тота, эҙләй.Совет хөкүмәтенә, Кремлгә, совет вәкәләтлелегенә мөрәжәғәт итә. Тик совет власы дәүерендә был тормошҡа ащмаҫ хыял ғына  була. Хатта власҡа Горбачев килгәс тә Рәсәйҙә бындай эҙләнеүҙәр алып барырға теләүсе табылмай.Тик  2010 йылда ғына бер немец журналисы  Берлинды азат итеүҙә ҡатнашҡан совет һалдаттарына бағышланған фильмына сюжет  эҙләгән ваҡытта Борис Әбделғужин тигән был кешенең Башҡортостанда йәшәүен белеүгә өлгәшә.

         Ошо хәлдән һуң Дора Насс йәш һалдаттың фотоһын интернеттағы сайтына индерә  һәм унда “ Борис(?) Әбделоғужин. Бәлки ,кемдер таныр?”, - тип яҙып ҡуя, уның туғандарын булһа ла эҙләп табырына өмөт итә, рәхмәт әйтергә теләй.Эҙләгән – табыр, мораҙына ирешер, тигәндәй, шулай килеп сыға ла. Ике-өс сәғәт эсендә уға әллә нисә кеше яуап яҙып та ебәрә: ул Ейәнсура районы Үрге Муйнаҡ ауылынан Бәхтийәр Ғәбделәхәт улы Әбделғужин булып сыға...

          Б.Әбделғужин немец телен яҡшы белеүе арҡаһында һуғыш тамаланғандан һуң да ике йыл Германияла тәржемәсе булап хеҙмәт иткән.Тик 1947 йылда ғына  йәш яугир тыуған ауылына ҡайтып төшә.Хеҙмәт биографияһынан күренеүенсә, Бәхтийәр Ғәбделәхәт улы ауылда МТС – та эшләгән,аҙаҡ төҙөлөштә бригадир булған,  колхоз биналары төҙөгән. Ауылдаштарына Германияла бөхтәлек- таҙалыҡҡа, көнкүреш мәҙәниәтенә бик иғтибар итеүҙәре тураһында йыш һөйләр булған , шуға ла ауылда үҙе йорт –ҡураһын , өй эсен европаса йыһазландырған. Әбделғужиндарҙың мөхәббәтле ғаиләһендә алты  ҡыҙ, бер ул донъяға килгән. Бәхтиәр олатайҙың улы Әкрәм әйтеүенсә, тере сағында атаһы был ваҡиғаны бер ҡасан да телгә алмаған, ләкин немец ҡыҙы Дораның фотоһы уның фоторәсемдәре араһында ошо көндәргә тиклем  һаҡланған.Ҡасандыр Германия ерендә осраҡлы ғына тап иткән ҡыҙҙың,әлбиттә, күп йылдарҙан һуң да үҙен эҙләрен башына ла килтермәгән яугир-ветеран  1984 йылда,60  ҡына йәшендә гүр эйәһе була.

    

Просмотров всего: , сегодня:

Дата создания: 06.05.2020

Дата обновления: 06.05.2020

Дата публикации: 06.05.2020

Наверх

Үҙидара ултырышы

15 сентябрь Муйнак урта мәктәбендә уҡыусыларҙың үҙидара йыйылышы булып үтте. Көн тәртибендә түбәндәге һорауҙарҙы ҡарап үттеләр 

1.2021-2022 уҡыу йылын йомғаклау отчетын.

2.2022-2023 уҡыу йылына план ҡабул итеү.

3.Укыусыларҙың үҙидара ойошмаһын һайлау 

Йыйылышта барыһыла әүҙем ҡатнашты, бөтә һорауҙарзы ҡарап, ҡарарҙар ҡабул иттелар

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».