06.05.2020
Выполнил: ученик 9 класса Д. Ислам
Руководитель: учитель башкирского языка и литературы и Яйкулова Г.И.
Ҡартөләсәйем, Абдуллина - Ғәйнизарова Нәжиә Әбделғәни ҡыҙы 1920 йылдың 20 ғинуар көнө Благовар районы Ҡашҡалаша ауылында тыуа.
Һуғышҡа Өфөнән райвоенкоматтан алына. Калининград, Ревель, Полеск, Великолукск ҡалаларында госпиталдәрҙә эшләгән , яралыларҙы тылға оҙатып торған.
1944 йылдан алып 1945 йылдың ғинуар айына тиклем Латвияла Кандава ҡалаһында хәрби госпиталдә эшләй, шунан демобилизациялана.
Һуғыштан һуң Благовар районында Удрянбай балалар йортонда етем балаларҙы ҡарай, дауалай.
1949 йылда Ейәнсура районының Үрге Муйнак ауыл медпунктына фельдшер итеп эшкә ебәрелә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо эшендә намыҫлы эшләй.
Ошо осорҙа тыуған балаларҙың күбеһенә кендек нәйелә була ул.
2003 йылдың октябрь айында 83 йәшендә вафат була. Үрге Муйнак ауыл зыяратына ерләнә.
Эйе мин ҡартөләсәйемде күрмәһәм дә уның тураһында ауылдаштары ,туғандары ,яҡындарынан тик йылы һүҙҙәр генә ишетеп үҫтем . Бына ниндәй һүҙҙәр менән хәтерләй уны аулдаштары .
Яҡшы хәтерләйем Нәжиә апайҙы, бик яҡшы кеше ине . Ғүмер буйы фельдшер булып эшләне.Һоҡланырлыҡ ,һәйәбәт кеше ине ,урыны ожмахта булһын.
Беҙҙең Нәжиә инәйебеҙ 1973 йылға тиклем Үрге Муйнаҡта кендек инәйе булды , беҙҙе яҡты донъяға ҡабул итеүсе ул .
Нәжиә инәйҙе бик яҡшы хәтерләйем. Өләсәйемдәрҙең күршеһе булып йәшәнеләр .Бик яҡшы кешеләр булды улар.Йәндәре ожмахта булһын!
Ауылдың күп балаларына кендек инәйе булған тиhәм, хаталанмаҫмын. Өс ҡустыма кендек инәйе булғанын мин үҙем иҫләйем. Рәхмәт hиңә, Нәжиә инәй, Еңеү өсөн, урының ожмахта булhын!
Әсәйемде лә ҡартөләсәйемә оҡшаталар. Беҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Абдуллина - Ғәйнизарова Нәжиә Әбделғәни ҡыҙының бүләләре булыуыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ , уның алдында баш эйәбеҙ! Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуҙа тос өлөш индергән ҡаһарман ҡартөләсәйемдең исеменә тап төшөрмәҫбеҙ!
Просмотров всего: , сегодня:
Дата создания: 06.05.2020
Дата обновления: 06.05.2020
Дата публикации: 06.05.2020