Уҡый ҙа ,ял да итә беләбеҙ!

18.04.2019

18 апрель көнө беҙ, 6-сы синыф уҡыусылары, Иҫәнғолға район мәҙәниәт йортона кинотеатрға барҙыҡ. Нисек кенә телевидение алға үҫешһә лә, ваҡыты менән кинотеатрға йөрөргә кәрәк. Ни өсөн тигәндә, 2д күҙлектәрен кейеп, шундай сағыу, яҡты йәнһүрәтте ҙур экранда ҡарау телевизор йә иһә компьютерҙан ҡарау менән сағыштырған да күпкә ҡыҙығыраҡ! Һәм синыфташтар менән фильм ҡарауы күңеллерәк тә! Беҙ яңы сыҡҡан “Как приручить дракона” 3 тигән йәнһүрәтте һайланыҡ. Ҡасандыр викингтар дракондар менән бергә йәшәгәндәр. Ул ваҡытта ҡайғыны ла, шатлыҡты ла бергә бүлешеп йәшәйҙәр. Һәм һәр ваҡыт ошолай йәшәр кеүек ине, ләкин Серле Көндөҙ Фурияһының килеп сығыуы бөтә утрауҙы үҙгәртә. Беззубик  һәм Фурияға  һунарсылар һөжүм итәләр. Тик мөхәббәт, бер-береһенә булған яҡшы мөнәсәбәт  уларҙы ғына түгел, бөтә утрауҙы ҡотҡара. Беҙгә фильм бик ныҡ оҡшаны. Киләсәктә тағын килергә һүҙ биреп, ыңғай кисерештәр  туплап күңелле йөрөп ҡайттыҡ. Класс етәксебеҙ Миңлегөл Әхтәм ҡыҙына, шофер Ринат ағайға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ 

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 30.04.2019Хочу такой сайт

Дата обновления: 30.04.2019

Дата публикации: 18.04.2019

Наверх

Үҙидара ултырышы

15 сентябрь Муйнак урта мәктәбендә уҡыусыларҙың үҙидара йыйылышы булып үтте. Көн тәртибендә түбәндәге һорауҙарҙы ҡарап үттеләр 

1.2021-2022 уҡыу йылын йомғаклау отчетын.

2.2022-2023 уҡыу йылына план ҡабул итеү.

3.Укыусыларҙың үҙидара ойошмаһын һайлау 

Йыйылышта барыһыла әүҙем ҡатнашты, бөтә һорауҙарзы ҡарап, ҡарарҙар ҡабул иттелар

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».